23-сө күп профилле полилингваль мәктәптә, милли аш-һыу көнөнә арнап, Стәрлетамаҡ ағинәйҙәре менән берлектә «Балан байрамы» үткәрелде. Ағинәйҙәр иң беренсе башҡорт милли аштары тураһында һөйләне, балалар менән әңгәмәләштеләр, йомаҡтар ҡойҙолар. Артабан сәхнәлә концерт номерҙары күрһәтелде. Күңелле йыр-бейеүҙәр, сағыу костюмдар барыһының да күңеленә хуш килде. Сараның икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр бер төркөм уҡыусыларға ҡоймаҡ ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттеләр. Шулай уҡ мәктәптең аш-һыу бүлмәһендә төрлө милли ризыҡтарҙан күргәҙмә әҙерләнгәйне. Ҡоймаҡ ҡойғас, ҡунаҡтар менән бергәләшеп тәмле итеп сәй ҙә эстек.
В рамках празднования Дня национальной кухни в нашей школе совместо с общественным объединением "Ағинәйҙәр" провели праздник "Балан байрамы". На празднике рассказали о народных традициях, башкирских блюдах. Дети разгадывали загадки. Во второй части мероприятия пекли блины. Учителя башкирского языка подготовили выставку национальных блюд. В конце организовали чаепитие.